4 Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ.
Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме?
Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булашмағыҙ.
Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ.
Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ.
Тик ҡан ашамағыҙ. Ҡанды һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.
Тик ҡан ашауҙан һаҡ бул. Ҡан ашама, сөнки ҡан ул – йән, ит менән бергә йән ашама.
Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ.
Әммә ҡанын ашамағыҙ, уны һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ.