26 Йәнә әйтте: – Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ҡәнғән уға ҡол булһын.
Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.
– Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.
Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»
Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?
Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.
Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы, Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында.
Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә.