25 былай тине: – Ҡәһәр төшһөн Ҡәнғәнгә! Ағаларының ҡолдарының ҡоло булһын!
Раббы Алла йыланға былай тине: «Ҡәһәр алдың был ҡылығың өсөн, Барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин. Ҡарының өҫтөндә шыуышып йөрөрһөң, Тупраҡ менән туҡланырһың.
Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.
Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!
Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан улдары – Шем, Хам һәм Йәфәҫ. Хам – Ҡәнғәндең атаһы.
Ҡәнғәндең атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне.
Айнығып уянғас, кесе улының ни ҡылғанын белеп Нух
«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
Ҡарыныңдың емеше – балаларың да, тупрағыңдың уңышы ла, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе – барыһы ла ләғнәтле булыр.