22 Ҡәнғәндең атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне.
Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән.
Шул саҡта Шем менән Йәфәҫ, яурындарына сәкмән һалып, аталарының сатырына арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне.
былай тине: – Ҡәһәр төшһөн Ҡәнғәнгә! Ағаларының ҡолдарының ҡоло булһын!
Миңә һыйыныр ҡая бул, Ныҡлы ҡәлғә бул, йәшенеп ҡотолайым! ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин, Мине ҡотҡарырға бойор!
Яҡының менән дәғүәләшәһең икән үҙ-ара хәл ит, башҡаның серен сисмә,
Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.
Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн, Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп, Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы!