19 Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.
Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы.
Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Йәфәҫ исемле улдары тыуҙы.
үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.
Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.
Нух ер эшкәртә башланы; беренсе булып йөҙөм баҡсаһы ултыртты.
Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!