Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 9:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 9:16
14 Iomraidhean Croise  

Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.


– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


– Минең ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, – тине Алла Нухҡа.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерәсәкмен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырасаҡмын, фатихалы ямғырҙар буласаҡ.


Мин улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan