Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 8:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 8:20
27 Iomraidhean Croise  

Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Элек эшләгән ҡорбан усағы янына туҡтап, Раббы исеменә доға бағышланы.


– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.


Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.


Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.


шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.


Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе,


Ер йөҙөндә тоҡомдары һаҡланып ҡалһын өсөн хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәрҙе,


шулай уҡ ҡоштарҙан аталы-инәле етешәрҙе ал.


Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.


Муса иһә: – Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтереү, тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итеү өсөн һин беҙҙе көтөү менән ебәрергә тейешһең, – тип яуапланы. –


тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс;


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan