16 – Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ;
Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.
Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде.
Нух туфан һыуынан ҡотолор өсөн улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде.
Алла Нухҡа былай тине:
үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.
Туғандарым, дуҫтарым хаҡына Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!»
Ә мине ҡырағай үгеҙ һымаҡ көслө иттең, Башыма саф зәйтүн майы һөрттөң.
Ә һеҙгә килгәндә, Арабыҙҙа ҡорбан ҡаны менән беркетелгән килешеү хаҡына Һөргөндәге халҡығыҙҙы Һыуһыҙ соҡорҙан сығарып азат ҡылам.