Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 7:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 7:21
20 Iomraidhean Croise  

Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.


Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итәм.


Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.


Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.


Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр, Донъя селпәрәмә килер.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan