Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 6:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 6:7
21 Iomraidhean Croise  

Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.


Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;


Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.


Раббы ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Дошмандарым иҫән, көсәйәләр, Сәбәпһеҙгә нәфрәт тотоусылар күбәйәләр.


Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.


Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар.


Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нимә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.


Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.


Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.


Раббы кире уйланы: – Ярай, улай эшләмәм, – тине.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр.


Раббы былай тип белдерә: «Ер йөҙөнән бар нәмәне һепереп түгәм, –


Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ.


Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan