Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 6:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

17 Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 6:17
33 Iomraidhean Croise  

Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды.


Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итәм.


Кәмәнең өҫкө өлөшөндә бер терһәк асыҡлыҡ ҡалдыр, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәнең эсендә аҫҡы, урта, өҫкө ҡаттар булһын.


Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.


Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап


Ҡырҡ көн дауам итте туфан.


Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.


– Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ һәм кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр менән килешеү төҙөйөм.


«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?


Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүендән һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп шөһрәтемде күрһәтермен.


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.


Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләйәсәкмен, Үҙем ҡараясаҡмын.


Шуға күрә Раббы Хаким уларға былай ти: «Һимеҙ һарыҡ менән ябыҡ һарыҡ араһында Мин Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын.


«Эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә былай ти: „Бына, Мин өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм, табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы юҡҡа сығарам.


Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ.


Мин дә асыуланып һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын.


Торлағын күктә төҙөгән, Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған, Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән, Исеме Уның – Раббы.


Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan