6 Фирғәүен рөхсәт бирҙе. – Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, – тине.
Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.
Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.
Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары,