Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 50:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғәүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 50:5
19 Iomraidhean Croise  

Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Матәм көндәре тамамланғас, Йософ фирғәүендең һарай әһелдәренә мөржәғәт итеп: – Әгәр ҙә күңелегеҙгә хуш килһәм, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, – тине. –


Фирғәүен рөхсәт бирҙе. – Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, – тине.


Бейек урындарҙан ҡурҡырһың, юлдағы дәһшәттән хафаланырһың. Баҙам ағасы сәскә атыр; сиңерткәләрҙең кәүҙәһе ауырайыр; каперс ҡыуағы ҡойолоп төшөр. Ул көндө кеше мәңгелек йортона китер һәм һыҡтап оҙатыусылар урамдарҙа өйөрөлөр.


Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр.


Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ.


Кем һин, һинең бында ни эшең бар? Ни хаҡың бар – бында Юғарыла, үҙеңә ҡәбер, Ҡаяла төрбә уяһың?


Мин, Иордан аръяғына сыҡмайынса, ошо ерҙә үлермен. Ә һеҙ уны аша сығырһығыҙ һәм шул күркәм ергә хужа булырһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan