Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 50:25 - Башкирский ВЗ (неполный)

25 Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

25 Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 50:25
10 Iomraidhean Croise  

Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.


Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.


Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне.


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам“».


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, хөр ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan