Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 5:22 - Башкирский ВЗ (неполный)

22 Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 5:22
38 Iomraidhean Croise  

Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың.


Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ


Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Меҫушелах тыуҙы.


Ханох өс йөҙ ҙә алтмыш биш йәш йәшәне,


ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.


Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө.


Ҡорамға артылыусылар йыры. Инде былай тиһен Исраил: «Йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, –


Күҙ алмаңдай һаҡла мине; Ҡанатың аҫтына йәшер


Эй Раббы, юлыңды өйрәт миңә! Ҡарап торған дошмандар алдында Мине дөрөҫ һуҡмаҡтан алып бар.


Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы?


Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Ҡара булһам да, Ҡыдар сатырҙарылай, Сөләймәндең шаршауҙарылай матур мин.


Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең Минән“».


Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ.


Ике кеше үҙ-ара һөйләшмәйенсә Бергәләшеп юлға сығырмы?


Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр саҡ һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ.


Эй кеше, Раббы һиңә нимә яҡшы икәнен белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә: Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙы ярат, Аллаға күндәмлек күрһәтеп йәшә.


Телендә гел хаҡ ҡануным булды, Ауыҙынан алдаҡ һүҙ сыҡманы, Хозурымда иман менән имен ғүмер итте, Күптәрҙе гонаһ ҡылыуҙан араланы.


Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ.


Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр.


Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan