Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 49:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 49:8
38 Iomraidhean Croise  

Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр!»


Лиә йәнә ауырға ҡалды – тағы ул тапты. – Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! – тине ул һәм улына Йәһүҙә тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны.


Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды.


Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.


Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде.


Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине.


Нәҫелдәренә күрә йәһүҙәләр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле.


Йәһүҙә нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы етмеш алты мең биш йөҙ кеше булды.


Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине: – Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет, Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар. Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай, Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan