Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 49:24 - Башкирский ВЗ (неполный)

24 Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм Көтөүсеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

24 Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 49:24
53 Iomraidhean Croise  

Һин унда бер ниндәй нужа күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ – сөнки аслыҡ тағы биш йыл дауам итәсәк әле».


Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында һеҙҙән алда Үҙе ебәргән.


Алла һеҙҙең нәҫел-ырыуығыҙҙы ер йөҙөндә һаҡлар өсөн һәм йәндәрегеҙҙе бөйөк афәттән ҡотҡарып алып ҡалыр өсөн алдан уҡ мине бында ебәргән!


Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуына, ғаиләләге балалар һанына ҡарап, ризыҡ өләште.


Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ


Уҡсылар уға асырғанып һөжүм иттеләр, Дошманлашып өҫтөнә уҡ яуҙырҙылар.


Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәстрләрмен. Күңелдәренә хуш килерҙәй һүҙҙәр әйтеп, Йософ туғандарын тынысландырҙы.


Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.


Дауыттың ҡорамға артылыусылар йыры. Ҡайһылай яҡшы, күңелле, Туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне!


Был Һарундың башына һөртөлгән, Һаҡалынан ағып төшкән затлы майҙай, Кейеменең яғаһына ағып төшкән еҫле май һымаҡ.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә, Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек.


Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы.


Тәхетең, Алла тәхете һымаҡ, мәңгелек. Батшалығың таяғы – ғәҙеллек таяғы.


Онотма дошмандарыңдың шаулашыуын; Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең гөжләүе Бер туҡтауһыҙ нығыраҡ яңғырағанын!


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Алла ҡоло Мусаның доғаһы.


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Шуға күрә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраилдың Ҡөҙрәтлеһе былай тип белдерә: «Дошмандарыма асыуымды түгермен; Уларҙан үсемде алып йыуанырмын.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Рухтары аҙашҡандарға шул саҡ аҡыл керер, Зарланғандар өгөт-нәсихәт алыр».


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин».


Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең.


Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр. Раббы шулай тип белдерә.


Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын.


Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел.


Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр.


Муса фатиха биреп ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan