21 Нафтали – гүйә ирекле болан, Матур-матур балалар тыуҙырған болан.
– Апайым менән йәнтәслим ярыштым мин, – тине Рәхилә, – бына мин еңдем. Ул малайға Нафтали тип исем ҡушты.
Нафталиҙың улдары: Яхсеил, Гуни, Йесәр һәм Шиллем.
Һөйкөмлө боланыңдың, гүзәл ҡоралайыңдың күкрәктәре һәр ваҡыт кинәнескә сорнаһын, – уның һөйөүе менән ләззәтләнеп йәшә.
Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын.
Ҡырҙа үлән булмағанға Хатта болан яңы тыуған быҙауын ташлап китә.
Нафтали тураһында ла әйтте: – Эй Раббының рәхмәте һәм Фатихаһы менән тулы Нафтали, Көнбайышты ла, көньяҡты ла биләп ал.