16 Дан Исраил ырыуҙарының береһе булып Үҙ халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр.
– Миңә Алла ғәҙел хөкөмөн ҡылды. Ул, ялбарыуҙарымды ҡабул итеп, миңә ул бирҙе, – тине Рәхилә. Ул малайға Дан тип исем ҡушты.
Ул тыныс һәм рәхәт урын, Күңеленә ятҡан бер ер күрһә, Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр, Ауыр хеҙмәткә буйһонор.
Дан йылан булыр юлда ятҡан, юлға сығып ятҡан ағыулы йылан. Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын, һыбайлыһы арҡаһына йығылыр.
Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине.
Дан хаҡында былай тине: – Дан – Башандан һикереп сыҡҡан бала арыҫлан.