Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 49:11 - Башкирский ВЗ (неполный)

11 Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр, Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр, Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр, Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр, Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 49:11
15 Iomraidhean Croise  

Шараптан күҙҙәре янып торор, Тештәре һөттән аҡ булыр.


Ул көндәрҙә былай булыр: Тауҙарҙан татлы шарап, Ҡалҡыулыҡтарҙан һөт ағып торор; Йәһүҙәнең һәр йырынына һыу тулыр. Раббы ҡорамынан ағып сыҡҡан шишмә Шиттим үҙәнен һуғарыр.


«Шундай көн килер, – ти Раббы, – Һабансы һөрөргә сығыр – ә ураҡсы унан китмәгән, Сәсеүсе баҫыуға сығыр – ә унда һаман йөҙөм һығалар, Тауҙарҙан йылға булып татлы шарап аға, Ҡалҡыулыҡтарҙан һарҡыла.


Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр; Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине.


Һыйыр майы, кәзә һөтө менән, Бәрәстәрҙең, тәкәләрҙең, Башан малдарының эс майы, Туҡ башаҡлы бойҙай менән туйындырҙы, Йөҙөм ҡаны – шарап эсерҙе.


Аллаң Раббы һине йылғалар аҡҡан, үҙәндәрҙән һәм тауҙарҙан инештәр, шишмәләр сыҡҡан бәрәкәтле ергә алып бара.


Бойҙайы, арпаһы, йөҙөм, инжир, анар, зәйтүн ағастары һәм балы булған ергә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan