Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 48:21 - Башкирский ВЗ (неполный)

21 Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 48:21
29 Iomraidhean Croise  

Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр.


Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр.


Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡәнғән ерендә төйәкләнде.


Мысырға һинең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һине унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.


Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Фирғәүен рөхсәт бирҙе. – Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, – тине.


Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр.


Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan