Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 48:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 48:16
46 Iomraidhean Croise  

Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште:


Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


– Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк.


Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр, Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр. Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр.


Диуарҙарың эсендә тыныслыҡ, Ҡәлғәләреңдә именлек булһын!»


Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның, Ярҙамға ҡалҡ!


Йә Раббым, быны Һин күрҙең, өнһөҙ ҡалма! Эй Хакимым, зинһар, Һин минән йыраҡ торма!


Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.


Баштарына көтмәгәндә афәт килһен, Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын, Улар шунда һәләкәт тапһын.


Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.


Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе, Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы!


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе.


Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын».


Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләренән, Минең хөкөмдә булған сит ҡәүемдәрҙән тартып алып, Үҙ халҡыма ер бирәм», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле булды.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр һеҙҙең Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор.


Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Менашшеның меңдәре, Әфраимдың ун меңдәре, – уның мөгөҙҙәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan