5 Фирғәүен Йософҡа: – Атайың менән туғандарың яныңа килгән, – тине. –
Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.
Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.