Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 47:29 - Башкирский ВЗ (неполный)

29 Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

29 Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 47:29
28 Iomraidhean Croise  

Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,


Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: һеҙҙең хужама мәрхәмәт һәм тоғролоҡ күрһәтергә теләгегеҙ бармы-юҡмы? Мин дә үҙемә нимә эшләргә кәрәклеген беләйем.


Исхаҡ былай тине: – Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен – белмәйем.


Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең».


– Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.


Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ.


Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне:


Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым.


«Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем! Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил. Мин Алламын, һинең Аллаң!


Ҡураңдан бер баш үгеҙ, Малыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым.


Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине! Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе.


Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде.


Раббы Мусаға: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan