24 Нафталиҙың улдары: Яхсеил, Гуни, Йесәр һәм Шиллем.
Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.
Дандың улы: Хушим.
Былар Лавандың ҡыҙы Рәхиләгә биргән Билһатан тыуған балалар. Билһа Яҡупҡа бөтәһе ете бала тапты.
Нафтали – гүйә ирекле болан, Матур-матур балалар тыуҙырған болан.
Нафталиҙан – Ғенан улы Ахирағ.
Нафтали тураһында ла әйтте: – Эй Раббының рәхмәте һәм Фатихаһы менән тулы Нафтали, Көнбайышты ла, көньяҡты ла биләп ал.