11 Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари.
Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы. – Хәҙер инде ирем миңә йәбешеп ятыр, – тине ул, – мин бит уға өс ул табып бирҙем. Улын Леви тип атаны.
Шимғондың улдары: Йемуел, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм ҡәнғәниҙәрҙән алған ҡатынының улы Шаул.
Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.
Бына исраилдарҙың нәҫел башлыҡтары: Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон, Карми. Рәүвән нәҫеле шуларҙан ғибәрәт.
Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.