Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 45:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 45:20
23 Iomraidhean Croise  

– Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, – тине.


Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ.


Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр.


Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға арбалар, юлға аҙыҡ,


Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.


Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш.


Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


Шуға ҡарамаҫтан, Мин уларҙы ҡыҙғандым, уларҙы һәләк итмәнем, сүлдә ҡырып ташламаным.


Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ».


Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусы Мин Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ.


Уны ҡыҙғанма, Исраилды ғәйепһеҙгә түгелгән ҡандан арындыр һәм шул саҡта рәхәт йәшәрһең.


Бындай кешене йәлләмәгеҙ: йәнгә – йән, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ.


Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan