3 Таң атыу менән туғандарға ишәктәрен алып юлға сығырға рөхсәт иттеләр.
Ә иң кесеһенең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш туҫтағымды ла һал. Хеҙмәтсе, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне.
Улар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ?