Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 44:16 - Башкирский ВЗ (неполный)

16 – Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 – Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 44:16
25 Iomraidhean Croise  

Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!


Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.


– Юҡ, – тине Йософ, – мин улай эшләмәйем! Туҫтаҡ кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.


Мин ҡолоң, атайыма: башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда ғүмерем буйы ғәйепле булырмын, тигәйнем.


Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул үлтерелһен, ә беҙ хакимыбыҙҙың ҡолдары булып ҡалайыҡ.


Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.


Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.


Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.


Инде, эй Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр, Йәһүҙәне төйәк иткәндәр, Минең менән баҡсам араһында хөкөмдар булығыҙ!


Һин хаҡлыһың, Хакимым минең, ә беҙ, Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр — оятҡа ҡалдыҡ.


Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.


Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan