Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 43:23 - Башкирский ВЗ (неполный)

23 – Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным! Шунан уларға Шимғондо алып килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 – Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным! Шунан уларға Шимғонды алып килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 43:23
17 Iomraidhean Croise  

Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты.


– Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята. Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә: – Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр.


Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.


Яңынан ашлыҡ һатып алырға тағы көмөш килтерҙек. Ә теге ваҡытта беҙҙең тоҡтарға көмөштө кем һалғандыр, беҙ белмәйбеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan