Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 43:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18 Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә: – Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә: – Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 43:18
20 Iomraidhean Croise  

– Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!


Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе, ишәген ашатам тип, тоҡ ауыҙын сискәйне, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды!


– Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята. Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә: – Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр.


Йөктәрен бушата башлағайнылар, һәр береһенең тоғонан көмөш һалынған аҡса янсығы килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләрҙең дә, аталарының да ҡото осто.


Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энене уның йортона алып китте.


Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:


Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡәнғәндән һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың өйөнән көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ?


Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села


Көн дә – Һинеке, төн дә – Һинеке, Айҙы менән ҡояшты Һин күккә беркеттең,


Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.


Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.


уның тураһында насар хәбәр таратһа: «Был ҡатынға өйләндем һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, ҡыҙ булмағанын белдем», – тип яманатын сығарһа,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan