17 Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энене уның йортона алып китте.
Йософ Бинйәминде алып килгәндәрен күргәс, өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Был кешеләрҙе минең йортҡа алып бар. Мал һуйып, һый әҙерлә – бөгөн төшкөлөктө улар минең менән ашар.
Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә: – Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!