13 Бинйәминде үҙегеҙ менән алығыҙ ҙа ул кешегә тағы барығыҙ.
– Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!
Көмөш алығыҙ – тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да – бәлки, улар яңылышҡандыр.
Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.