10 Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урай алыр инек инде.
Лут һаман ашыҡмағас, фәрештәләр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан алып сыҡты.
– Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.
Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын.