1 Аслыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе.
Был илдә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды.
– Ниңә Сара, хәҙер инде ҡарсыҡ булғас, бала таба аламмы ни инде, тип көлә әле? – тине Раббы Ибраһимға. –
Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте.
Исраил уландары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡәнғән аслыҡтан яфалана ине.
Мысырҙан алып ҡайтҡан иген бөткәс, Яҡуп улдарына былай тине: – Барып, аҙ булһа ла тағы ашлыҡ алып ҡайтығыҙ!
Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.
Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө.
Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.