Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 41:42 - Башкирский ВЗ (неполный)

42 Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

42 Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 41:42
27 Iomraidhean Croise  

– Нимә бирәйем һуң? – тип һораны Йәһүҙә. – Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, – тине ҡатын. Йәһүҙә ҡатынға һораған әйберҙәрен бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды.


Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.


Уның ырып биҙәлгән әйберҙәрен, Балта һәм сапҡыс менән сабалар.


сөнки улар – башыңа гүзәл таж, муйыныңа аҫыл биҙәк булыр.


Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән.


Ундай ҡатын етен кейем тегеп һата, сауҙагәрҙәргә ҡушаҡ һуғып бирә.


Һиңә көмөш тамсылар менән Алтын биҙәүестәр яһатырбыҙ.


Эй һылыуым, кәләшем минең, Йөрәгемде әсир иттең. Күҙҙәреңдең бер ҡарашы менән, Муйыныңдағы бер мәрйен менән Минең йәнемде арбаның!


Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр.


Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны.


Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынан килтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды.


Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың.


Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр.


Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan