Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 41:40 - Башкирский ВЗ (неполный)

40 Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

40 Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 41:40
16 Iomraidhean Croise  

Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?


Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!


– Йософ тере, – тине улар Яҡупҡа, – хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә. Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: уларға ышана алманы.


Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!


Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләр түгел, батшаларға хеҙмәт итер.


Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр.


Үҙенә бирелгән тиңдәшһеҙ рух менән Даниил был вәзир һәм идарасылар араһында айырылып тора ине, шуға ла батша уны бар батшалыҡҡа баш итеп ҡуйырға ниәтләне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan