28 Бына шуның өсөн Алла фирғәүенгә күрәсәген белдерә тип әйткәйнем.
– Төшөңдөң мәғәнәһе шул, – тине уға Йософ. – Өс үҫенте – өс көн ул.
– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.
Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.
Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата.
Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә, бер таштың кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уны юралышы ла дөрөҫ.