19 Ләмәх ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ғада, икенсеһенеке Силла ине.
Һуңынан Раббы Алла былай тине: – Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайым.
Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм улар бер тән булыр.
Ханохтың улы Ғирад, Ғирадтың – Мехияил, Мехияилдың – Меҫушаил, Меҫушаилдың Ләмәх исемле улдары тыуҙы.
Ғаданың Явал исемле улы тыуҙы. Явал мал аҫрап сатырҙа йәшәгән халыҡтарҙың тәүбабаһы булды.
Ләмәх ҡатындарына былай тине: – Ғада, Силла, тауышымды ишетегеҙ! Эй Ләмәхтең ҡатындары, һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ: Мине яралаған өсөн бер кеше үлтерәм! Мине зыянлаған өсөн бер егет үлтерәм!