10 – Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!
Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. –
Раббы Алла ҡатындан: – Ниңә улай эшләнең? – тип һораны. Ҡатын: – Мине йылан ҡотортто, шуға ашаным, – тине.
Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.
Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер.
Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра, Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?»
Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!
Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор, Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ.
Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.
Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!
Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.
Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә, ҡырҙа кем тарафынан үлтерелгәне билдәһеҙ булған мәйет табылһа,