16 Ире ҡайтып ингәнсе Йософтоң кейемен үҙендә ҡалдырҙы.
Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.
Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне: – Һин бында алып ҡайтҡан ғиври ҡолоң мине мыҫҡыл итергә теләне.
Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты.
«Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй».