Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 37:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 – Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 – Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 37:14
22 Iomraidhean Croise  

Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.


Ибраһим ҡатыны Сараны Ҡәнғән ерендә Мамре, йәғни Хеврон янындағы Махпела баҫыуы мәмерйәһендә ерләне.


Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.


– Нисек йәшәп ята әле ул? – тип һораны Яҡуп. – Иҫән-һау, – тинеләр уға. – Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һарыҡтары менән килә.


Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.


Ҡырҙа йөрөп ятҡан сағында уға бер кеше осрап: – Бында нимә эҙләп йөрөйһөң? – тип һораны.


– Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер.


Ә ул, сәләм биргәндән һуң: – Оло йәштәге атайыбыҙ бар тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫән-аманмы? – һораны.


Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;


Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ».


Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan