11 Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.
– Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! – тине Лаван. – Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем.
Бер ваҡыт Йософтоң ағалары аталарының һарыҡтарын көтөргә Шәхәмгә китте.
Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.
Сөнки Ул баҡыр ишектәрҙе емерҙе, Тимер биктәрен һындырҙы.
Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу.
Әфраимдың көнсөллөгө юҡҡа сығыр, Йәһүҙәнең дошманлығы эҙһеҙ бөтөр. Әфраим башҡаса Йәһүҙәнән көнләшмәҫ; Йәһүҙә Әфраимды ҡыйырһытмаҫ.
Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.
Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым.