Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 36:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 36:8
21 Iomraidhean Croise  

сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте.


– Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом тигән ҡушамат тағылды.)


Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп,


уға шуны еткерергә ҡушты: – Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне.


Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе.


Магдиил, Ғирам. Эдомда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар. Эдом халҡының тәүатаһы – Ғаяз.


Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе.


Шулай уҡ Моавта, Ғаммонда, Эдомда һәм башҡа илдәрҙә булған йәһүҙиҙәр Бабил батшаһы халыҡтың бер өлөшөн илдә ҡалдырғаны һәм Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты уларға идарасы итеп ҡуйғаны тураһында ишетте.


Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне. Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ: «Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!» Быны иғлан итер өсөн, Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән.


Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.


Ғаязды иһә күрәлманым. Уның тауҙарын бушлыҡҡа әйләндерҙем, биләмәһен сүл бүреләренә бирҙем.


Раббы Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре өсөн дә шулай эшләне. Уларҙың алдынан хориҙарҙы юҡ итте. Ғаяз улдары хориҙарҙың ерен баҫып алып төйәкләнде һәм бөгөн дә шунда йәшәп ята.


Халыҡҡа бойороҡ бир: „Сеғирҙа йәшәгән туғандарығыҙҙың, Ғаяз тоҡомдарының, ерҙәре аша үтәсәкһегеҙ. Улар һеҙҙән ҡурҡыр, тик улар менән һуғышыуҙан һаҡ булығыҙ, сөнки һеҙгә ерҙәренең табан яҫылығы тиклемен дә бирмәйәсәкмен. Мин Сеғир таулығын Ғаязға биләмә итеп биргәнмен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan