20 Ошо илдә йәшәгән хори Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана,
сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте.
Ғаяздың (уның икенсе исеме Эдом) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тармаҡтар бына ошо.
Ғаяз Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала – хитти Элондың ҡыҙы Ғадаға, хиууи Сивғондың улы Ғананан тыуған Оһоливамаға,
Дишон, Эсәр һәм Дишан. Былар Эдом илендә йәшәгән Сеғир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы.
Сеғирҙа иһә элек хориҙар йәшәй ине. Раббы исраилдарға биләмә итеп биргән ерҙә йәшәгән халыҡты исраилдар нимә эшләтһә, Ғаяз нәҫелдәре хориҙарҙы шулай ҡырып бөтөрөп, ерҙәренә төйәкләнде.
Раббы Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре өсөн дә шулай эшләне. Уларҙың алдынан хориҙарҙы юҡ итте. Ғаяз улдары хориҙарҙың ерен баҫып алып төйәкләнде һәм бөгөн дә шунда йәшәп ята.