11 Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Ғағтам һәм Ҡыназ.
Ғаяздың улдары: Әлифаз – Ғаяздың ҡатыны Ғаданан тыуған улы, Реғуил – Ғаяздың Басмаҫтан тыуған улы.
Тимнағ, Әлифаздың йәриәһе, уға Ғәмәлек исемле ул тапты. Был Ғаяздың ҡатыны Ғаданан таралған нәҫел-нәсәбе.
Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы?
Эй Теман, ҡаһарман яугирҙәрең ҡалтырап төшөр, Ғаяз тауындағылар барыһы ҡырылып бөтөр!