24 Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.
Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.
Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым!
Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.
Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын!