Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 35:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 35:1
21 Iomraidhean Croise  

Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы.


Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.


Был урынды Ибраһим Яхве-Ире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте.


Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».


Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам.


Шимғон менән Леви: – Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? – тип яуапланылар.


Яҡуп үҙе менән Алла һөйләшкән был урынды Бейт-Ил тип атаны.


шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Эл-Бейт-Эл тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Уның нығытмаларында Алла Үҙен Ышаныслы һаҡлаусы итеп танытты.


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Был хәлде ишеткәс, фирғәүен Мусаны үлтертмәк булды. Ләкин Муса мидйәндәр иленә ҡасып китте. Бында килеп етеп, бер ҡоҙоҡ янына ултырҙы.


Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде, Йәш түгеп фатиха ялбарҙы! Бейт-Илдә Алла менән осрашты, Унда Алла беҙҙең менән һөйләште.


Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, әсирҙәренең дә, азаттарының да ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan