2 Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне.
хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙар,
Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимәләх, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты.
Ул сатырын ҡорған ер билмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды.
Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы.
Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте,
Яҡуп Шимғон менән Левиға: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр!
Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған.
Әгәр ҙә һуңынан уны оҡшатмай башлаһаң, ҡатын йәне теләгән ергә китә ала. Әммә уны һатырға ла, ҡол итергә лә тейеш түгелһең, сөнки һин уны түбәнһеттең.
икеһе лә ҡала ҡапҡаһы янына килтерелһен һәм таш бәреп үлтерелһен. Сөнки ҡыҙ, ҡалала булып та, ярҙам һорап ҡысҡырмаған, ә ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы хур иткән. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.
ҡыҙ менән ятҡан ир уның атаһына илле көмөш бирһен һәм уға өйләнһен. Ҡыҙҙы хурлыҡҡа ҡалдырғанға күрә ир уны ғүмер буйы айыра алмаҫ.