6 Йәриәләре балалары менән килеп, Ғаязға баш эйҙе.
Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз: – Кемдәрең был һинең? – тип һораны. – Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла биргән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп.
Унан һуң балалары менән Лиә, уның артынан Рәхилә менән Йософ килеп баш эйҙе.